Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2020, 13:42

Бер нисә тел белеүселәргә аҡса түләйҙәр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең милли телдәренән рус теленә тәржемә итеүселәргә түләү өсөн федераль ҡаҙнанан 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.

Улар башҡорт, татар, ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә рәсмиләштерелгән гражданлыҡ хәле акттарын (ЗАГС) яҙыуҙарҙы рус теленә тәржемә итергә тейеш буласаҡ.

Хөкүмәт мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп UfaTime.ru хәбәр итеүенсә, 1926 йылдан һуң эшләнгән документтарҙы - яҙмаларҙы һанлаштырыу процесында теркәү акттарының бер өлөшө Рәсәй субъекттарының милли телдәрендә йәиһә сит телдәрҙә төҙөлгән булыуын асыҡлағандар.

Был ЗАГС мәғлүмәттәрен Берҙәм федераль реестрына индергәнсе документтарҙы руссаға күсерергә кәрәк. Был эшкә профессиональ тәржемәселәрҙе йәлеп итәсәктәр. Архив документтарын һанлаштырыуҙы ағымдағы йыл аҙағына теүәлләргә йыйыналар.

Әйтергә кәрәк, шундай уҡ субсидияларҙы Рәсәйҙең барлыҡ субъекттары ла аласаҡ. Төбәктәргә бүленгән транштың дөйөм суммаһы 1,1 миллиард һум тәшкил итә.

Сығанаҡ https://kiziltan.rbsmi.ru

Читайте нас: