Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2020, 11:01

Милли проекттар: алдынғылар сафындабыҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған милли проекттарҙы яҡтыртыуға бәйле мәғлүмәттәр һаны буйынса Рәсәй төбәктәренең сентябрь рейтингында Башҡортостан илдең алдынғы өс субъекты иҫәбенә инде.

Контентты йыйыу һәм бүлеү буйынса Бөтә Рәсәй рейтингында беренсе урынды – Пермь крайы, икенсене Һамар өлкәһе яуланы. Дүртенсе урында – Владимир өлкәһе. Тәүге биш төбәк исемлеген Краснодар крайы тамамлай.

2020 йылдың сентябренә аныҡ милли проекттар буйынса яңылыҡтар күләме йәһәтенән дә республика иң-иңдәр араһында. Атап әйткәндә, “Мәғариф” милли проекты буйынса Башҡортостанда – 64 (илдәге бөтә төбәктәр араһында өсөнсө урын), “Һаулыҡ һаҡлау” буйынса – 73 (өсөнсө урын), “Мәҙәниәт” буйынса – 45 (дүртенсе урын), “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” буйынса – 25 (дүртенсе урын), “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” буйынса – 34 (икенсе урын), “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса 13 (өсөнсө урын) мәғлүмәти һылтау булған.

Фото: bashinform.ru

Читайте нас: