Дим буйҙары
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2020, 10:13

Айырмаһы нимәлә?

Нимә ул пневмония һәм ул коронавирустан нимәһе менән айырыла?

Был сирҙең таралыуы пандемия арҡаһында кешеләрҙең иммунитеты ҡаҡшауы, шулай уҡ тикшерелеүселәр һаны арта барыуы менән бәйле булыуы дөрөҫмө? Ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға штаттан тыш баш инфекционист Айгөл Ғәлиева яуап бирә.

--Пневмония ниндәй төрҙә була? Уның классификациялары күп икән. Уларҙы нисек айырырға?

--Эйе, ысынлап та пневмония күкрәк ситлеге органдары сирҙәренең ҙур төркөмө. Пневмония тигән төшөнсә нимәне аңлата? Ул үпкәләр ялҡынһыныуы һәм төрлө бактерияларҙың ошо сиргә килтереүе ихтимал. 50 процент осраҡта бактериаль пневмония ауырыуҙы ҡуҙғытыусы сирен үтәй. Бынан тыш, хламидия, микоплазм кеүек бактериялар төркөмө лә сирҙең сәбәбе булыуы ихтимал.

--Нимәнән ҡурҡырға кәрәк?

--Ниндәй генә пневмония булмаһын, беҙҙең организмды кислород менән туҡландырған мөһим органдың етди ялҡынһыныуы. Үпкәләр—иң бысраҡ орган, сөнки беҙ тын алған бөтә нимә шуның аша үтә. Беҙҙең халыҡҡа аллергендар ныҡ тәьҫир итеүен беләбеҙ. Был кешеләрҙең бик тиҙ үпкә сире менән ауырыуына булышлыҡ итә. Халыҡтың бөтә төркөмө, йәғни сабыйҙан башлап оло кешеләргә тиклем ошо ауырыуға юлыға ала.

Бигерәк тә өлкәндәр хәүеф төркөмөнә инә. Оло туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Шәкәр диабеты, үпкә ауырыуы һәм башҡа сирҙәре булғандар ҙа сәләмәтлеген хәстәрләргә тейеш. Улар өсөн вакцинация кеүек һаҡланыу сараһы бар. Сөнки пневмонияны төп ҡуҙғытыусылар—пневмококи. Был бактериялар йыш ҡына тын юлында була. Кеше өшөһә, иммунитеты кәмеһә, стресс хәлендә булһа, был ҡуҙғытыусылар үҙҙәрен күрһәтә башлай. Әммә был осраҡта вакциянациялау бар. Хәҙер вакцина эшләү этабы планлаштырыла. Иң тәүҙә хәүеф төркөмөнә инеүселәргә эшләнә. Пнемококтар төрө бихисап, шуға күрә вакцинациянан баш тартырға ярамай.

Миҫал өсөн үҙем менән булған осраҡ. Бер нисә йыл элек миңә пневмония диагнозын ҡуйҙылар. Ысынлап та ныҡ сирләнем. Дуҫым шылтыратып хәлемде белеште лә, уға пневмония менән ауырыуымды әйттем. Ул көлә көлә, биш төрлө пневмония үткәреүе тураһында һөйләне. Шулай ҙа буламы икән? Был иммунитет менән бәйле. Генетик бирешеүсәнлек тә бар. Бындай кешеләр үҙ ғүмерендә бер нисә тапҡыр ошо мәкерле сир менән ауырый ала. Улар—хәүеф төркөмөндә. Бындай осраҡҡа юлыҡмаҫ өсөн вакцинация алабыҙ, сынығабыҙ, дөрөҫ тын алыу гимнастикаһын эшләйбеҙ.

--Беҙҙә вакцинациялау ҡасан башлана?

--Грипп менән ауырыу миҙгеле башланыр алдынан, йәғни август-сентябрҙә башлана. Һәммәгеҙҙе лә вакцинация мөмкинлектәрен ҡарарға саҡырабыҙ. Үҙ участка табиптарҙан асыҡлағыҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға ла мотлаҡ тәҡдим итегеҙ.

--“Роспотребнадзор”ҙың дауаханан тыш пневмония үҫеүенән борсолоуы сер түгел. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә был диагноз 1700 пациентҡа ҡуйылды. Был нимә менән бәйле?

--Эйе, 11 марттан Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһын иғлан итте. Был вирустың бөтөндәй яңы формаһы. Күп кенә эксперттар фекеренсә, был пневмония түгел, ә пневмонит. Ул компьютер томографияһында үпкәләге ҡара тап кеүек үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә. Ошоға бәйле табип пневмония диагнозын ҡуя. Пневмонияның коронавирус фонында башланыуына шикләнгән осраҡта күкрәк ситлегенә рентгенография, компьютер томографияһы үтергә тәҡдим ителә. Йыш ҡына үпкәләге ҡара таптың төрлө интенсивта булыуы асыҡлана һәм пневмония сире ҡуйыла. Элек бындай тикшереүҙәр эшләмәнек, ә хәҙер бөтә ауырыуҙар ҙа тиерлек КТ-һүрәттәр менән килә. Үпкәләге үҙгәрештәр 25% булып, башҡа төрлө фондағы сирҙәр күҙәтелмәһә, пациент амбулатор дауалана. Әгәр ҙә сирле 65 йәштән оло булып, башҡа хроник сирҙәр менән яфаланһа, стационар күҙәтеү тәғәйенләнә. Вируслы пневмония ваҡытында антибактериаль терапия кәрәкмәүе лә ихтимал. Ә инде вирустарға бактериялар ҡушылһа, антибиотиктар тәғәйенләнә.

--Йәғни дауахананан тыш пневмонияны һәр ваҡыт COVID-19 тип әйтеп булмай?

--Эйе, шулай. Сөнки, COVID-19 тыш башҡа ҡуҙғытыусылар ҙа бихисап.

--Шулай ҙа COVID-19 диагнозы раҫланһа, нимә эшләргә?

--Хәҙер коронавирус инфекцияһын дауалау схемаһы булдырылған. Кемделер амбулатор дауалайҙар, икенселәрен дауаханаға һалалар. Ҡабатлап әйтәм, оло йәштәгеләр һәм хроник сирлеләр хәүеф төркөмөндә. Улар өйҙә ултырырға тейеш, урамға сыҡҡанда мотлаҡ битлек һәм бирсәткәлә йөрөргә, ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртергә кәрәк.

Шуны ла онотмағыҙ, балалар сирҙе таратыусы булыуы ихтимал һәм өйҙә ултырған ололарға ауырыу йоҡтороуы ла бар. Шуға күрә, социаль дистанцияны күҙәтеү, һаҡлағыс битлек кейеү, ҡулдарҙы даими йыуыу, антисептик менән эшкәртеү кеүек профилактик сараларҙы үтәү фарыз. Сауҙа йорттарында бирсәткә кейеү мотлаҡ.

Эксперттар әлегә вирусҡа ҡаршы препараттар тәҡдим итмәй. Коронавирустан вакцина һуңғы һынауҙарҙы үтә, тигән мәғлүмәт бар. Уның һөҙөмтәһе булыр, тип ышанабыҙ. Вакцинаның коронавирустан һаҡлау оҙайлылығын ваҡыт күрһәтер.

Автор Сергей Захаров.

Читайте нас в