Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2020, 11:21

Яҙыусыларға стипендия булдырыла

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Совет ултырышында Владимир Путинға яҙыусы Евгений Водолазкин әҙәбиәтселәргә стипендия булдырыу, уҡыуҙы пропагандалау өсөн китап йәрминкәләрен ойоштороуҙы тәҡдим итте.

"Каранит ваҡытында нәшриәттәр үҙ килеменең ҙур өлөшөн юғалтты. Китап һатып алыусылар булмағас, заказдар бик һирәк. Бөгөнгө көндә китаптар нәшер итеү 20%-ҡа кәметелде, был 20 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш уҡыуҙы пропагандалау өсөн социаль кампаниялар үткәреү ҙә кәрәк. Йәш яҙыусыларға конкурс нигеҙендә стипендия булдырһаҡ, уларға ярҙам булыр ине,- тине үҙ сығышында Евгений Водолазкин.

Рәсәй Президенты үҙ сиратында Мәскәүҙә һәм башҡа төбәктәрҙә китап йәрминкәләренең, уҡыуҙы пропагандалау сараларының йыш үткәрелеп тороуын билдәләп үтте.

- Йәш яҙыусыларға стипендия булдырыу мәсьәләһен етди ҡарарға һәм ыңғай хәл итергә кәрәк. Әҙәбиәттең әһәмиәтен билдәләү, масштабын киңәйтеү, бик мөһим,-тине ил башлығы.

#В.Путин

Читайте нас: