Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2020, 01:02

Бындай кейемдәр ғүмерҙе һаҡлай

Ағымдағы йылдың 9 айында Башҡортостан юлдарында 707 йәйәүлене бәрҙереү осрағы теркәлгән, 88 кеше һәләк булған, 654 кеше йәрәхәтләнгән.

Иғтибарһыҙлыҡтары арҡаһында 62 йәйәүле донъя менән хушлаша, уларҙың 57-һе төндә хәрәкәт иткән була.
Башкортстан ЮХХДИ-һы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәйәүлеләргә яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементлы (фликерлы) кейем кейергә кәңәш итә.
Әгәр балалар өсөн күп кенә кейем етештереүселәр кейем-һалымда яҡтылыҡ ҡайтарғыстарҙы күҙ уңында тотһа, ололар өсөн кейем-һалым фликеҙарһыҙ тегелә.
Күпселек осраҡта, яҡтылыҡ ҡайтарғыс махсус элементтар, мәҫәлән, юл ремонты, полиция һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ, трассала машина йөрөтөүселәр тарафынан ҡулланыла торған жилеттар етештергәндә ҡулланыла.
Республикала “Ағиҙел” предприятиеһы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлда йыраҡтан күренеүсе кейем етештереүҙе башлап ебәргән. Стилле кейемдәрҙе теккәндә “оксфорд” материалы ҡулланыла. Бөгөнгө көнгә ололар өсөн – 300, балалар өсөн 200 дана беренсе партия сығарылған да инде.
Башҡортстандың Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов фекеренсә, йәйәүлеләр өсөн юлда йыраҡтан күренеп тороу бик мөһим, сөнки кешеләрҙе транспорт бәрҙереүҙең күпселеге водителдәрҙең йәйәүлеләрҙе абайламай ҡалыуы арҡаһында килеп сыға. Бындай ваҡытта кейем-һалымдың төҫө һәм фликерҙар етди роль уйнай.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас: