Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2020, 01:05

Иртәгә республикала ҙур съезд асыла

Иртәгә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының IV съезы үтә.

Донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле һәм коронавирус инфекцияһын таратмау маҡсатында, сара “Роспотребнадзор” тәҡдимдәрен күҙәтеп ойоштороласаҡ – ассамблея Советы ағзалары, республиканың район-ҡалаларынан делегаттар онлайн форматта ҡушыла. Съезда 529 делегат ҡатнашыуы көтөлә.

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы республикалағы иң ҙур берләшмәләрҙең береһе булып тора. Уға 2000 йылдың 3 июлендә уҙған ойоштороу съезында нигеҙ һалына. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы республикала йәшәгән милләт вәкилдәренең рәсми теркәлгән 50-нән ашыу милли-мәҙәни ойошмаһын берләштерә. Киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында власть органдары менән милләт-ара бәйләнештәрҙе камиллаштырыуға, граждандарҙың үҙ-ара татыулығын һаҡлауға йүнәлтелгән һөҙөмтәле эш алып бара. Съезд “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы”ның юғары органы булып тора. Унда дәүләт власы, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары һ.б. вәкилдәр Совет ағзаһы итеп һайлана. Съездар араһында комиссияларҙа эш алып барыла.

Баннер: Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы.

Читайте нас: