Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2020, 01:07

Пневмония арта бара...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 85 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 10586-ға етте. Һауыҡҡандар – 9555 (һуңғы тәүлектә 68 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 52.

Һуңғы тәүлектә 1978 йылғы ирҙең вафат булғаны мәғлүм. Уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғаны, миокард инфаркты кисергәне билдәле.

Башҡортостан стационарҙарында – 209 (шул иҫәптән 10 кеше ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 770 ауырыу дауалана.

Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 332 436 тикшереү (һуңғы тәүлектә - 12211) үткәрелгән, 1 287 720 кеше ҡаралған.

Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 277 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 281 кеше дауахананан сығарылған.

Фото: rbk.ru

Читайте нас: