Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2020, 12:41

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Ағиҙел аша продуктүткәргестең һыу аҫты үткәүелен реконструкцияланы

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың Благовещен районында Ағиҙел аша һалынған Өфө-Камбарка магистраль нефть продукттары үткәргесе һыу аҫты үткәүелен реконструкцияланы.

Эштәр 1919 йылдың ғинуарынан алып барылған предприятиены техник яҡтан яңынан ҡоралландырыу һәм реконструкциялау проограммаһы сиктәрендә башҡарылды. Маҡсаты - торбаүткәргестең ышаныслылығын һәм хәүефһеҙлеген, йыһаздарҙың эксплуатацион һәм техник характеристикаларын арттырыу.

Һыу асты үткәүелен реконструкциялағанда 6,3 мең метр оҙонлоҡтағы торбаүткәргес участоктары монтажланған.

Йылғаның ике ярында ла һыу аҫты кисеүенең һыу аҫты өлөшөндәге магистраль торбаүткәргес участоктарын траншеяға һалыу, йылға үҙәне аҫтында – этеү ысулы менән алыштырҙылар. Туғай - Яңы Турбаслы автоюлы аша сығыу юлы горизонталь йүнәлештә быраулау ярҙамында, полотноны емермәйенсә, транспорт хәрәкәтен сикләмәйенсә төҙөлгән, торба участогы һаҡлағыс футлярҙа урынлаштырылған.

Электр селтәре хужалығының бер өлөшөн алыштырҙылар: йылғаның һул яҡ ярындағы комплектлы трансформатор подстанцияһы, шулай уҡ электр үткәргестең трасса буйындағы участогында терәк һәм сыбыҡ алыштырылды.

Эштәрҙе башҡарғанда, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптары үтәлде. Бынан тыш, коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ тейешле саралар күрелде, хеҙмәткәрҙәр шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланды. Һыу аҫты үткәүелен тоташтырыу бәләкәй нефть компаниялары буйынса нефть продукттарын транспортлау күләменең пландағы кәмеүе осоронда 60 сәгәттә башҡарылған. Нефть продукттарын нефть эшкәртеү заводтарынан ҡабул итеү туҡтатылманы.

Барлыҡ эштәр ҙә регламент ваҡытында башҡарылған, магистраль продукт үткәргесе штат режимында эшләй, нефть продукттарын ташыу график буйынса һәм тулы күләмдә алып барыла. Башҡарылған саралар етештереү объектын эксплуатациялауҙың юғары ышаныслылыҡ дәрәжәһен тәьмин итәсәк.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Читайте нас: