Әйткәндәй, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы быйыл ғинуарҙа илдең барлыҡ төбәктәрендә старт алғайны. Был программаның маҡсаты - ауыл балаларының да сифатлы белем алыуын тәьмин итеү, уҡытыусыларға ярҙам итеү, мәғариф-тәрбиә кимәлен заманлаштырыу һәм башҡалар.
– Был программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса биреү ҡаралған. Тик халҡы 50 меңдән артмаған ауылда, ҡала тибындағы ҡасабала йәки ҡалала урынлашҡан мәктәптә биш йылдан да кәм түгел эшләргә кәрәк, – тип белдергәндәр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай итеп, Башҡортостанда 55 уҡытыусы бына ошондай түләүҙәрҙе алған. Уларҙың 22-һе – математика, 17-һе – инглиз теле, 14-е – рус теле һәм әҙәбиәте, икәүһе физика уҡытыусыһы.
Быйыл еңеүсе-уҡытыусылар республиканың Баймаҡ, Архангел, Хәйбулла, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Туймазы, Стәрлебаш һәм башҡа муниципаль райондарға эшләү өсөн йәшәргә күсенгән.