Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2020, 15:35

Башҡортостанда сығарылыш курстары студенттары көндөҙгө уҡыуға күсә

Башҡортостанда республика Башлығының яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указына үҙгәрештәр индерелде (COVID-2019). Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, 2 ноябрҙән юғары уҡыу йорттарында бер үк ваҡытта көндөҙгө һәм дистанциялы уҡытыу башлана.

Сығарылыш курстары уҡыу йортона йөрөй, ә ҡалғандар өйҙән белем алыуын дауам итә.

Вуздар студенттарға өйҙән һәм электрон форматтарҙы файҙаланып уҡырға тейешле йүнәлештәр исемлеген билдәләргә тейеш.

Мәктәп каникулы 8 ноябрҙә тамамлана.

Читайте нас: