Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2020, 12:46

Өлфәт Мостафин исемен йөрөтәсәк

Өфөлә урамдарҙың йәки скверҙарҙың береһенә баҡыйлыҡҡа күскән баш ҡала мэры Өлфәт Мостафиндың исемен бирергә тәҡдим ителә.

Өфөнән Илдус Ильясов Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ошондай тәҡдим яҙып ҡалдырған.

Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы ла Өфө урамына Өлфәт Мостафиндың исемен биреү башланғысы менән сығыш яһаған. Ҡала Советы рәйесенә ҡаланың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Айрат Шаммазовтың ҡултамғаһы менән мөрәжәғәт ебәрелгән.

Быға яуап итеп баш ҡала хакимиәтенән эксперт комиссияһының киләһе ултырышында ҡала урамына йәки скверына Өлфәт Мостафиндың исемен биреү мәсьәләһе ҡараласағын хәбәр иттеләр.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

https://www.bashinform.ru
Читайте нас в