Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2020, 15:02

Тишканың хәле нисек?

Циркта хеҙмәт юлы тамамланып, һуңғы 10 йыл (!) дауамында бер кемгә лә кәрәкмәйенсә, урманда, тар рәшәткә эсендә аслы-туҡлы йәшәргә мәжбүр булған

Тишка исемле айыу һәм уның аслыҡтан үлеп ҡалған иптәше тураһында яҙғайныҡ инде. Айыуҙы ирекмәндәр Ишембай районында табып алып, был хаҡтағы мәғлүмәтте киң йәмәғәтселеккә сығарҙы.

Тишканы Иглин районында йәшәгән фермер Хәсән Иҙиәтуллин үҙ ҡарамағына алды. Әйтергә кәрәк, айыу яңы хужаһы менән дә, уның хужалығындағы өйрәктәр, күркәләр, тауистар менән дә тиҙ уртаҡ тел тапҡан.

Әле Тишка бында килгәндән алып 25 килограмм ауырлыҡ йыйған. Бер юлы бер биҙрә алманы ашап бөтә ала, ә көнөнә яҡынса 80 килограмм самаһы аҙыҡ кәрәк, тип хәбәр итте “Бәйләнештә” селтәрендәге “Моя Уфа. Новости” төркөмө.

Фермер әйтеүенсә, 23 йыл эсендә айыу бер тапҡыр ҙа ҡышҡы йоҡоға талмаған, сөнки бының өсөн тейешле шарттарға эйә булмаған.

“Йоҡоға китеү өсөн айыу һимерергә тейеш. Тишканы кәрәкле ауырлыҡҡа еткерергә тырышасаҡбыҙ һәм ул декабрҙең 10-дарында йоҡоға талыр тип уйлайбыҙ”, - ти Хәсән Иҙиәтуллин.

“Бәйләнештә” селтәрендә күптәр изге күңелле фермерға һәм йән эйәһенә ярҙам ҡулы һуҙып, уны ас үлемдән ҡотҡарған ирекмәндәргә рәхмәт әйтә. Беҙ ҙә Тишкаға һаулыҡ, яңы хужаһы янында именлектә йәшәүен теләйбеҙ.

Фото: “Бәйләнештә” селтәрендәге “Моя Уфа. Новости” төркөмө.

Читайте нас: