Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2020, 16:36

Сәсәндәр һүҙ көрәштерҙе

Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе быйыл онлайн режимда үтте. Ул 30-31 октябрҙә уҙҙы. Фестиваль Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә күрһәтелде.

Сарала Пенза, Ульяновск, Тамбов, Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Ненец автономиялы округынан, Алтай, Удмурт, Татарстан, Коми республикаларынан, Пермь крайынан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән 50 конкурсант ҡатнашты.
Тамашасыларға төрлө милләттәрҙең эпостары, мөнәжәттәре, әкиәттәре, ҡобайырҙары, йола байрамдары, фольклоры менән танышыу бәхете йылмайҙы. Абруйлы баһалама комиссияһы конкурс лауреаттарын һәм дипломанттарҙы билдәләне.
Николай Чупров (Коми), Зоя Чупрова (Ненец автономиялы округы), Зөләрәм Снигирева (Башҡортостан), Нурбек Калыбек уулу (Ҡырғыҙстан), Мирас Үҙәнбаев (Башҡортостан) лауреат булып танылды.
Даниил Шошин (Башҡортостан), Сәлимә Ғарифуллина (Башҡортостан), Узак Урматбек уулу (Ҡырғыҙстан), Асия Ғәйнуллина (Башҡортостан), ХаджарЮсиф Ибрахим Ахмед (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре), Альберт Дуркин (Коми), Байыр Турлунов (Алтай) дипломант исемен алды.
Конкурста ҡатнашыусылар шулай уҡ төрлө номинацияларҙа ла билдәләнде.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Читайте нас в