Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ноябрь 2020, 11:53

Иң һөҙөмтәле ысул

Ағымдағы йылда республиканың 13 медицина учрежденеһында компьютер томографтары ҡуйыласаҡ.

Исемлектә – Республика клиник онкология диспансеры (2 дана), баш ҡаланың 8-се клиник дауаханаһы, Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Октябрьск, Күмертау ҡалаларындағы һәм Ишембай, Баймаҡ, Дүртөйлө, Учалы, Шишмә райондарындағы дауаханалар.

Шулай уҡ, федераль ҡаҙна иҫәбенә, коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Ишембай район дауаханаһына 80 киҫемле компьютер томографы ҡайтарылған.

Яңы томограф барлыҡ заман талаптарына яуап бирә һәм быға тиклем сығарылған ошондай уҡ ҡоролмалар менән сағыштырғанда, өҫтөнлөктәре күп. Был эштәрҙең барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Яңы аппарат ярҙамында магистраль ғына түгел, ә периферия ҡан тамырҙарын да контрастлы рентген тикшереү мөмкинлеге бар. Махсус программа, шулай уҡ, баш мейеһендәге тамырҙарҙағы тромб тығылыштарын күрһәтергә һәләтле.

Компьютер томографияһы, ғөмүмән, төрлө сирҙәрҙе асыҡлауҙа ҡулланыла. Алымдың юғары мәғлүмәтле булыуы һәм компьютер томографы һүрәттәренең яҡшы сифаты табиптарға ваҡытында хирургик йәки терапевтик патологияны асыҡларға, сирҙең артабанғы ағышын күҙалларға, һөҙөмтәле дауалау тактикаһын билдәләргә ярҙам итә.

Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Читайте нас: