Һуңғы йылдарҙа ҡала төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Нефтекама Сколково Мәскәү идара итеү мәктәбе менән берлектә “Рәсәй муниципалитеттарында энергоменеджмент” халыҡ-ара пилот проектында ҡатнаша. Энергоменеджмент системаһын ҡулланыу ҡалаға йыл һайын уртаса 20 миллион һумды экономиялау мөмкинлеге бирә. Төп йүнәлештәр — урам һәм биналарҙы яҡтыртыу, транспорт хеҙмәтләндереү.
Һуңғы йүнәлеш буйынса ҙур әҙерлек эше алып барылды һәм октябрь айында беренсе һөҙөмтә күренде: ҡалала электромобилдәр өсөн заправка станцияһы асылды. Билдәле, киләсәк — экологик электр транспортында. Улар атмосфераға зарарлы газ сығармай, шулай уҡ тауышһыҙ хәрәкәт итә, тағы бер уңайлылығы — арзан заправка. Электромобилде өс-дүрт көнгә “заправлять итеү” уртаса 35 һум тора.
Электромобилдәр өсөн асылған беренсе заправка станцияһының тағы бер өҫтөнлөгө — уның бушлай булыуы.
— Башҡортостанда беҙҙең компания тарафынан урынлаштырылған беренсе заправка станцияһы — инновацион киләсәккә тәүге аҙым, — тине уны асыу тантанаһында электромобилдәр өсөн заправка станциялары етештереү менән шөғөлләнеүсе компания вәкиле Александр Вакуров.
Заправка ҡаланың үҙәк майҙанында урынлашҡан, ул төрлө һауа шарттарында ла эшләй, вандализмдан һаҡланған, шулай уҡ балалар өсөн хәүефһеҙ. Заправка станцияһы универсаль, төрлө етештереүселәрҙең электрокарҙарын да хеҙмәтләндерә ала. Тиҙҙән заправка станцияһы мобиль ҡушымтала ла барлыҡҡа киләсәк, был да электромобиль хужаларына уңайлы булһын өсөн эшләнә.
— Электромобиль — минең өсөн иң идеаль вариант. Ябай розетканан “заряд” алам, төлефонды зарядкаға ҡуйған кеүек, транспортты кистән зарядкаға ҡуям, иртән һүндерәм. Нигеҙҙә, бындай зарядка 3-4 көнгә етә, ә сығым — уртаса 35 һум. Бынан тыш, бында май алыштырыу талап ителмәй, транспорт һалымы юҡ, — тип, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша яңыраҡ ҡына электромобиль һатып алған Радмир Миңнеханов.
Компания вәкилдәре республиканың башҡа ҡалаларында да шундай заправка станцияларын урынлаштырырға ниәтләй, был электрокар хужаларының хәрәкәтен уңайлыраҡ итәсәк һәм туристар һанын арттырыуға ярҙам итәсәк.
— Әлеге станцияны үҙәк майҙанда урынлаштырҙыҡ, халыҡ уның файҙаһын үҙе баһалар, — ти ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Чыганак https://kiziltan.rbsmi.ru