Рекорд һөҙөмтәләрен Рәсәйҙең көс экстримы федерацияһы президенты Василий Грищенко теркәне.
"Һөҙөмтә мин көткәндән яҡшыраҡ булды. Был күнекмәнең һөҙөмтәһе үҙенсәлекле: уны үтәгәндән һуң бер нисә минут уҙғас, кәүҙә эстән өҙгөләнгән кеүек тойола. Әммә уны еңергә мөмкин, был организмдың тәбиғи яуабы", – тип белдерҙе Эльбрус Ниғмәтуллин.
Әйткәндәй, спортсы бөгөн ҡуйған рекордына 2,5 ай әҙерләнгән.
“Мин был рекордты арабыҙҙан киткән шәхес, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға арнайым, - тине ул. - Дөрөҫөн әйткәндә, күнекмә ваҡытында самолетты урынынан ҡуҙғата алмағайным, бөгөн быны эшләнем. Ниһайәт, “Боинг” мине еңер тип көйәләнгән ҡатынымдың борсолоуы юҡҡа сыҡты”.
Эльбрус Ниғмәтуллин был рекордтың "Өфө" халыҡ-ара аэропортының ике миллионынсы пассажирын ҡабул иткән әһәмиәтле ваҡиға менән тап килеүен билдәләне.
Уның был һөҙөмтәһен Рәсәй Көс экстримы федерацияһы президенты Василий Грищенко теркәне.
Эльбрус Ниғмәтуллиндың яңы уңышы хаҡында социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҙып, яҡташтарыбыҙҙың ошолай үҙ төйәге данын күтәреп йәшәүенә, спортсының Өфөгә ҡайтыуына ҡыуанысын белдерҙе. "Эльбрус Ниғмәтуллин бөгөн Өфө аэропортында Рәсәй рекорды ҡуйҙы. Ул йәш быуын өсөн - оло өлгө, юҡ-барға ваҡыт бүлмәй, спорт менән шөғөлләнеү мөһимлеген күрһәтә", - тине республика етәксеһе.