Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2020, 10:42

Кемдәрҙең ташламаға хоҡуғы бар?

2020 йылдың 1 декабренә тиклем мөлкәткә, ергә, транспортҡа һәм, һалым агенты кешеләрҙең килеменә һалымды тотоп алып ҡалмаған осраҡта, уға һалымды түләргә кәрәк. Әммә күптәрҙең был осраҡта ташламаға хоҡуҡтары ла бар.

Һалымды һәр граждан түләргә тейеш. Уны ҡапламаған йәки тулыһынса түләмәгән осраҡта, һалым органы һалымды һәм пеняны түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәрмә ебәрәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер граждандарҙың ташламаға хоҡуғы бар. Мәҫәлән, ер өсөн. Федераль Һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан­да ергә һалым түләгәндә түбәндәге граждандарҙың ташламаға хоҡуғы бар:
* хаҡлы ялдағылар;
* хеҙмәт ветерандары;
* инвалид баланың ата-әсәһе;
* етем балалар;
* ата-әсәләр (уллыҡҡа алғандар, попечителдәр, опекундар) һәм өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 18 йәшкә тиклемге балалар;
* СССР Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары;
* I һәм II төркөм инвалидтары;
* бала саҡтан инвалидтар;
* Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары;
* Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар;
* ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашҡандар.
Үрҙә билдәләнгән категорияға ҡараған граждандарҙың ергә һалым түләгәндә түбәндәге ташламаларға хоҡуғы бар:
* шәхси торлаҡ төҙөлгән ер участкаһында 600 квадрат метр майҙанға ҡарата;
* дача, баҡсасылыҡ, йәшелсә үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында 400 квадрат метр майҙанға ҡарата;
* гараж биләгән ер участкаһының 18 квадрат метр майҙанға ҡарата.
Фото: tambov.mk.ru
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: