Әлеге ҡағиҙәләр киләһе уҡыу йылында үҙ көсөнә инәсәк.
2021 йылда юғары уҡыу йорттарына документтарҙы килтереп тапшырыу менән бер рәттән, уларҙы онлайн-режимда ҡабул итеү ҙә мәжбүри буласаҡ.
Бынан тыш, яңы уҡыу йылында абитуриентҡа документтар тапшырырға мөмкин булған йүнәлештәр һаны үҙгәрәсәк. Әлегә тиклем “биш вуздың һәр береһенә өсәр йүнәлешкә” документ тапшырырға мөмкин булһа, киләһе йылдан башлап был һан ун йүнәлешкә ҡәҙәр үҙгәрә. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йорттары үҙҙәре был һанды үҙаллы билдәләйәсәк.
Тағын бер яңылыҡ — уҡырғаа инеү ғаризаһын үҙгәртергә, йәки икенсе ғариза тапшырырға рөхсәт ителәсәк. Элекке ҡағиҙәләр буйынса яңыһын тапшырыу документтарҙы ҡабат алған осраҡта ғына рөхсәт ителә ине.
Фото:bfm.ru