Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2020, 17:04

Иҫке кинескоптарҙан һәм көҙгөнән йорт төҙөгәндәр

Өфөлә йәшәгән Ғилмановтар башҡаларҙыҡынан айырылып торған йорт төҙөргә ҡарар итә һәм төҙөлөш материалы итеп иҫке кинескоптарҙы һәм көҙгө киҫәктәрен һайлай.

Үҙенсәлекле йорт хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итте.
Йорт хужаһы – төҙөүсе, ул барыһын да үҙ ҡулдары менән булдырып өйрәнгән, өҫтәүенә һәр нәмәлә үҙенсәлеккә ынтыла. Мәҫәлән, үҙҙәренең йорто янында ҡыҙҙары өсөн тип төҙөй башлаған өй түбәһендә ағастың бөгөлдәрен һаҡларға тырышҡан һәм түбәне, ғәҙәттәгесә тигеҙ итеп түгел, ә бөгөлөп торған кеүек итеп эшләгән.
Туғандары һәм таныштары ярҙамында йыйылған иҫке кинескоптар үҙ йорттарының верандаһына бик үҙенсәлекле төҫ биргән. Заманса материал һаналған поликарбонат араларын көҙгө киҫәктәре менән аралаштырғандар.
– Көҙгө беҙҙә күп, шуға күрә уның тиҙ ярылыуы, сатнауы өсөн борсолмайбыҙ, – ти йорт хужабикәһе Наталья Ғилманова. Әйткәндәй, ул – төҙөлөш эштәрендә, айырыуса биҙәү йәһәтенән иренең тәүге ярҙамсыһы.
Ғилмановтарҙың үҙенсәлекле йорто фонында күптән түгел “Узорица” музыкаль төркөмө фотосессия ойошторған.
Ә хужалар яңы хыялдар һәм идеялар менән йәшәй – баҡсала ҙур ғына быуа эшләп, унда балыҡтар ебәрергә, күрше-тирә балалар өсөн уйын майҙансығы булдырырға уйлай.
Фото: видеояҙманан скриншот.
Читайте нас: