Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 19:08

Өфө уртаһында - фәхешхана

Өфөлә полицейскийҙар ҡунаҡхана сифатында эшләгән борделде япҡан һәм уның хужаларын ҡулға алған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Полиция мәғлүмәттәренә ҡарағанда, фәхешхананы 30 һәм 38 йәшлек ике ҡала кешеһе асҡан. Башта уларҙың йорто элиталы ҡунаҡхана номерҙары рәүешендә эшләй, ә унан һуң ул башҡа адрес буйынса – Коммунистик урамға күсә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тап бына уның буйынса юл тота ла инде. Улар, бинаға үтеп кереп, бер ҡыҙҙың клиентты ҡабул итеүе тамамланғанын көтөп торған. Хеҙмәткәрҙәр уның кейенгәнен көтә һәм үҙ эштәрен дауам итә.
- Ике фатирҙа 19 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге өс ҡыҙ бар ине. Береһе республикала тыуып-үҫкән, ҡалғандары Алтай крайынан һәм Волгоград өлкәһенән. Ҡатын-ҡыҙҙар бында «вахта ысулы» менән эшләгән. Билдәле бер көн эшләгәс, уларға алмашҡа башҡа сибәркәйҙәр килгән, – тип белдерелә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.
Оперативниктар, бындай «вахтасылар» һаны 40-тан 50-гә ҡәҙәр кеше тәшкил итә, тип иҫәпләй. Ҡыҙҙар бындай эшкә барыуҙарын рәсми эштә тиндәр алғылары килмәү менән аңлата.
Борделде ойоштороусылар фәхишәлеккә йәш ҡыҙҙарҙы йәлеп иткән һәм унан ҙур табыш алған. Законһыҙ бизнес хужалары ҡыҙҙарҙы социаль селтәрҙәр һәм эшкә урынлаштырыу буйынса сайттар аша тапҡан. Полицейскийҙар уларҙан 100 мең һум тирәһе аҡса, телефондар, компьютерҙар һәм банк карталарын алған.
Эске эштәр министрлығының Тикшереү идараһы фәхишәлек менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм уны ойоштороу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы.

Сығанаҡ https://kiziltan.rbsmi.ru

Читайте нас: