Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 15:04

Мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелде

Республикала 10 ноябрҙән яңы сикләүҙәр индерелә.

Уға ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы ғәмәлгә индерелә.

– Тимәк, был категория кешеләр мотлаҡ рәүештә өйҙә ултырырға тейеш. Уларға билдәләнгән ваҡытта ғына сығырға мөмкин. Башҡа осраҡтарҙа административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡтар, – тине Радий Хәбиров.

Республикала 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем ҡурсаланыу режимы ғәмәлдә булмай. Был ике сәғәт эсендә өлкән йәштәге кешеләр тышҡа сығып йөрөй, магазин, дарыуханаларға һәм башҡа урындарға бара ала.

Тағы бер сикләү бәлиғ булмаған балаларға ҡағыла. Бынан ары, коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ҡарары менән 18 йәшкә тиклемге балаларҙы сауҙа үҙәктәренә индереү тыйыла.

– Ата-әсә йәки опекундарһыҙ балаларға унда йөрөү тыйыла. Беҙҙә сауҙа үҙәктәре балаларҙың күңел асыу, йөрөү урынына әйләнә лә китә. Нимәләр генә эшләмәйҙәр унда, – тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш, битлек кейеүҙең мотлаҡ режимы һаҡлана. Өйҙән башҡа бөтә урында ла битлек кейеү мотлаҡ талап. Кемдәр быны үтәмәй, штраф һалына. Башҡортостанда һуңғы дүрт тәүлек эсендә генә ике мең самаһы протокол төҙөлгән.

– "Миңә уңайһыҙ, миңә кәрәкмәй", тип әйтеүселәр бар. Инфекция менән хәлдең нисек икәнлеген бөтәбеҙ ҙә күреп тора. Шуға күрә битлек кейеү мотлаҡ талап. Үҙегеҙ генә түгел, башҡалар тураһында ла уйлағыҙ. Шуныһын билдәләйем, беҙгә был штрафтар кәрәк түгел. Тик кешеләр был ғәмәлдең мотлаҡ сара икәнлеген аңлаһын ине, – тине Радий Хәбиров.

Читайте нас: