Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 18:34

Һеҙҙең мәктәптә нисек ашаталар?

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тарафынан мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын тикшереү маҡсатында аноним һораулама ойошторолдо.

Һәр ата-әсә унда ҡатнашып, үҙ фекерен еткерә, балалары уҡыған мәктәптәге хәл-торош менән уртаҡлаша ала. Сара 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатырға тигән күрһәтмә биргәйне. Йәмәғәт палатаһында билдәләп үтеүҙәренсә, Башҡортостан төбәктәр араһынан беренселәрҙән булып был тәҡдимде күтәреп ала һәм бойомға ашыра.
"Бушлай яҡшы тигәнде аңлатмай әле, шуға күрә ата-әсәләрҙең мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты хаҡында фекерҙәрен белергә ҡарар иттек. Балаларҙы һәйбәт ашаталармы, насармы - белгебеҙ, хаталар булһа, уларҙы төҙәткебеҙ килә", - тине Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте буйынса комиссия рәйесе Лида Исәргәкова.
Һораулама һөҙөмтәләре Башҡортостандың Сауҙа министрлығына ебәреләсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: