Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 18:38

Фирзан донъя алтынын яуланы!

Яҡташыбыҙ Сербиялағы Нови-садта самбо буйынса чемпионатта һәм донъя беренселегендә ҡатнашты.

Донъяла эпидемиологик хәл яҡшы булмаһа ла, 40 илдән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәйҙән сарала 40 спортсы үҙ көсөн һынаны.

Башҡортостандан тренер Руслан Әббәзовтың тәрбиәләнеүсеһе Фирзан Дилмиев үҙ ауырлыҡ үлсәмендә (48 килограмға тиклем) беренсе урынды яуланы һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу үҙәге тәрбиәләнеүсеһе алтын миҙалға лайыҡ булды.

Был сарала Рәсәй командаһы 10 миҙал – ете алтын һәм өс көмөш миҙал яуланы.

Фото: социаль селтәрҙән.

Читайте нас: