Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 21:56

Ҡағыҙ һеҙгә лә килмәнеме?

Былтырҙан алып һалым түләү кәрәклеген иҫкәртеү ҡағиҙәләре, шул иҫәптән квитанция формаһы ла үҙгәрҙе, йәғни хәҙер иҫкәртеү өсөн ебәрелгән ҡағыҙҙар ярҙамында һалым түләнелә.

Элекке кеүек квитанциялар ебәрелмәһә лә, был түләү кәрәкмәй, тигәнде аңлатмай. Хәҙер һалымды штрих-код һәм QR-код йәки банк терминалы, мобиль ҡорамалдар, ҡушымталар ярҙамында түләргә мөмкин.
Бынан тыш, түләүҙәрҙе Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә, Дәүләт хеҙмәттәре порталында, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең интернет-сервистары (“Физик шәхестәр” бүлегендәге “Физик шәхестәр өсөн һалым түләү шәхси кабинеты”, “Физик шәхестәрҙең һалымдарҙы һәм иғәнәләрҙе түләүе”) аша түләү мөмкинлектәре бар. Әйткәндәй, был осраҡта үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың, мәҫәлән, яҡындарығыҙҙың да был бурысын ҡапларға мөмкин. Һалымды 1 декабргә тиклем түләп өлгөрөү зарур.
Тағы түбәндәгеләр хаҡында оноторға ярамай: һалым түләү кәрәклеге хаҡындағы иҫкәртеү ҡағыҙҙары һалым ташламаһына эйә граждандарға, һалымды түләүҙән азат ителгәндәргә, һалым суммаһы 100 һумдан кәм булған осраҡта ебәрелмәй.
Фото: ptzgovorit.ru
Читайте нас: