Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 18:37

Бөгөн алданған өлөшсөләрҙең һорауҙарына яуап бирәләр

Республика етәкселеге инде бер нисә йыл дауамында алданған өлөшсөләр мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Боҙ урынынан ҡуҙғалды.

Был йәһәттән ыңғай күренештәр бар, мәҫәлән, республика хөкүмәте ДОМ.РФ дәүләт корпорацияһы ярҙамында "Миловка паркы"ндағы төҙөлөштө тергеҙҙе. Һөҙөмтәлә мең ярым ғаилә киләһе бер-ике йылда фатирлы буласаҡ.

Шулай ҙа күп һорауҙар хәл ителмәй ҡала. Бөгөн алданған өлөшсөләр мәсьәләһен Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тикшерәләр. Оҙаҡ йылдар торлаҡтарын көткән кешеләргә нимә эшләргә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға республика Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы вәкилдәре яуап бирәсәк. Тура эфир киске сәғәт 7-лә башлана.

Фото: gorobzor.ru

Читайте нас: