Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 13:28

Конкурста еңеүсе булдылар

«Минең документтарым» үҙәгенең төп бурысы — дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәрҙе комплекслы, оператив hәм сифатлы тәҡдим итеү

Бынан биш йыл элек беҙҙең район биләмәһендә «Минең документтарым» дәүләт heм муниципаль хеҙмeттәр үҙәге асылды. 2019 йылдың декабрендә бинаға капиталь ремонт яһалды, хәҙер офис тулыһынса дөйөм рәсәй стиле талаптарына яуап бирә. Тәүге йылдарҙа мөрәжәғәт итеүселәр һаны аҙ булһа, хәҙер инде йөҙләгән hәм меңләгән ғариза биреүсе бар. Хеҙмәттәр һаны тотороҡло рәүештә үҫә, башта беҙ 182 хеҙмәт күрһәттек, хәҙер — 284, шуларҙың 78-е федераль, 136-һы республика, 31-е муниципаль, 33-е коммерциялы hәм бишеһе — башҡа төр хеҙмәт. Беҙҙең бүлектә биш хеҙмәт күрһәтеү тәҙрәһендә 15 хеҙмәткәр эшләй. 2020 йылдың 1 ғинуарынан 31 октябренә ҡәҙәр «Минең документтарым» үҙәгенә 25552 граждан мөрәжәғәт иткән, барлыҡ хеҙмәттәр түләүһеҙ нигеҙҙә күрһәтелә, Рәсәй Федерацияһы закондарында ҡаралған осраҡтарҙа дәүләт пошлинаһы алына. «Минең документтарым» үҙәгенең төп бурысы — физик hәм юридик заттарға комплекслы, оператив hәм сифатлы дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү. Район халҡы араһында түбәндәге хеҙмәттәр популяр:

- ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре; - социаль тәьмин итеү;

- дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү маҡсатында ябай электрон ҡултамға асҡысын булдырыу (алмаштырыу) hәм биреү;

- теркәлеүе булған паспорттарҙы алыштырыу hәм биреү;

- машина йөрөтөү таныҡлығын алыштырыу h. б.

Сират көтөүҙөң уртаса ваҡыты 12 минут тәшкил итә. Илдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, беҙҙең офис, республикалағы кеүек үк, 23 октябрҙән документтарҙы ҡабул итеүгә алдан яҙылыу ҡаралған. Был кешеләр күпләп йыйылыуға юл ҡуймау hәм инфекция таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында эшләнде. Беҙ ғариза биреүселәргә барлыҡ санитар саралар: битлектәрҙә hәм бирсәткәләрҙә килеүегеҙҙе, социаль дистанцияны үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Әҙер документтарҙы биреү сират тәртибендә башҡарыла. Бишбүләк ауылындағы Күп функциялы үҙәк бүлеге коллективының барлыҡ эше ауыл халҡының именлегенә йүнәлтелгән, фекерҙәр hәм тәҡдимдәр китабында 85 ыңғай фекер бар. «Һеҙҙең контроль» (vashkontrol.ru) сайты мәғлүмәттәре буйынса граждандар Күп функциялы үҙәктә алынған дәүләт хеҙмәттәренең сифатын «4» hәм «5»кә билдәләүҙәр 99,04 процент тәшкил итә. Эш һөҙөмтәләре буйынса Бишбүләк ауылының «Минең документтар» бyлексәһе йыл һайын үткәрелә торған «Башҡортостан Республикаһында Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе тәҡдим итеү hәм «Иң яҡшы Дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәрҙе тәҡдим итеүҙең Күп функциялы үҙәге» номинацияһы «Биш hәм унан да кәмерәк тәҙрәләр һаны» категорияһына етеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Алексей Макаров,

Бишбүләк Күп функциялы үҙәге бүлеге начальнигы.

Фото архивтан.

Читайте нас: