Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноября 2020, 14:41

Күмәк саралар тыйыла

Башҡортостанда COVID-19 таралыуға бәйле, йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары эш графигы йәнә үҙгәрә. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

“Миңә был бизнес вәкилдәре мөрәжәғәт итте һәм эш режимы киске 11-гә тиклем түгел, ә 12-гә тиклем булыуын һоранылар. Был аҡыллы тәҡдим тип уйлайым”, – тип билдәләне республика етәксеһе.

Элегерәк йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары өсөн, юл буйы сервисын иҫәпкә алмағанда, ҡайһы бер сикләүҙәр индерелгәйне. Был ойошмаларға сәғәт киске 11-гә тиклем генә эшләргә рөхсәт ителде. Шулай уҡ корпоратив саралар, туйҙар, юбилейҙар, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу мәжлестәре уҙғарыу, бейеү залдарында һәм шуға оҡшаш объекттарҙа эшләү тыйыла.

Р.Йәлилова.

Читайте нас