Уның өҫтөнлөклө бурыстарының береһе – ипотека торлаҡ кредитлауы системаһын ҡулайлаштырыу, граждандарҙы арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт ярҙамы саралары тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү.
Уны тормошҡа ашырыу өсөн “ДОМ.РФ” йәмғиәтендә консультация үҙәге (Интернет селтәрендәге сайты: https://спроси.дом.рф) асылды һәм 8 (800) 775 11 22 номеры буйынса бушлай “ҡыҙыу элемтә” ойошторолдо. Үҙәк Рәсәйҙә граждандарға торлаҡ һатып алыу мәсьәләһендә түләүһеҙ ярҙам күрһәткән тәүге социаль сервисты тәшкил итә. Унда ипотека торлаҡ кредитлауына, торлаҡ проблемаһын хәл иткәндә дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәренә, ауыр хәлгә тарыған ипотека заемсыларына консультация биреүгә айырым иғтибар бүленә.
Бынан тыш, “ДОМ.РФ” ташламалы торлаҡ программалары шарттары тураһында тураһында ла мәғлүмәт туплай. Уны киләсәктә консультация үҙәгенең сайтында урынлаштырыу һәм граждандар өсөн льготалы программалар һайлау буйынса сервис булдырыу күҙаллана.
Фото: дом.рф