Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2020, 12:25

Ҡош киҙеүе көсәйә

Республикабыҙ менән сиктәш Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә төрлө милек формаһына ҡараған хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы ҡош-ҡорто араһында киҙеү көсәйеү осрағы теркәлгәйне.

Шулай итеп, Татарстандың Мөслим районында биш меңдән ашыу ҡаҙ юҡҡа сығарылған. Ошо уҡ республиканың Зеленодольск районында хәүефле вирустан күркә аҫраған ҙур предприятие зыян күргән. “Урман аръяғы” йәмғиәтенең ҡошсолоҡ комплексында 175 меңдән ашыу күркә юҡ ителергә тейеш. Сирҙе бөтөрөү саралары үткәрелә. “Меркурий” ветеринария сертификатлауының электрон системаһы ярҙамында дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәре тарафынан ошо предприятиенан килгән һигеҙ тоннанан ашыу продукция асыҡланған һәм изоляцияланған. Материалдан 55 проба алынған, тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе кире булған.

Әйткәндәй, ҡош киҙеүе менән ауыл хужалығы, ҡырағай һәм синантроп (кешеләр менән бергә булған) ҡоштарҙың барыһы ла ауырый. Инкубация осоро өс көндән өс аҙнаға тиклем тәшкил итә. Был сир мәлендә ҡоштарҙа шундай билдәләр күҙәтелә: көсһөҙлөк, хәлһеҙлек, тәнтерәкләп атлау, хәрәкәттең боҙолоуы, кикерек күгәреүе, күҙҙәрендәге мөгөҙ ҡатлауы (роговица) ҡараңғыланыуы, йомортҡаны аҙ һала башлау. Үлем осраҡтары йөҙ процент тәшкил итә.

Дәүләт ветеринария хеҙмәте тарафынан Башҡортостан биләмәһендә ҡош киҙеүе вирусының таралыуына юл ҡуймау буйынса саралар көсәйтелде. Был йәһәттән ғәҙәттән тыш ведомство комиссияһы кәңәшмәһе үткәрелде. Барлыҡ ҡошсолоҡ фермаларына иҫкәртеү яһалды: ҡоштарҙы сығармай ҡарау талап ителә, имен булмаған төбәктәрҙән аҙыҡ, тере ҡоштар, инкубация йомортҡалары алыу тыйыла.

Район хакимиәттәрендә лә ҡош киҙеүен иҫкәртеү буйынса ғәҙәттән тыш комиссия ултырыштары булды, урындағы гәзиттәрҙә, телевидениела тейешле мәғлүмәттәр донъя күрҙе.

Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы базаһында ҡош киҙеүенә диагностика-мониторинг тикшеренеүҙәре артҡан (1 ноябрҙән алып 14 ноябргә тиклем бер меңдән ашыу). Барлыҡ килгән һөҙөмтәләр кире булған.

Республика эпизоотияға ҡаршы отрядының барлыҡ техникаһы юғары әҙерлек режимына күсерелгән, мөһим дезинфектанттар, мөмкин буласаҡ сир көсәйеү осрағын булдырмау өсөн шәхси һаҡланыу саралары запасы тупланған.

Башҡортостан дәүләт ветеринария хеҙмәтенең кәңәштәре элекке кеүек үк:

* Хужалыҡтарҙы ҡош-ҡортто сығармай ҡарау режимына күсереү. Был ҡырағай һәм синантроп ҡоштар менән бәйләнеште булдырмау маҡсатында кәрәк.

* Һатыу һәм үҙ мәнфәғәтең өсөн файҙаланыуға тәғәйенләнгән ҡош-ҡортто һуйыуға тотоноу.

* Санкцияланмаған сауҙа урындарында ветеринария һәм башҡа документтары булмаған, шулай уҡ шикле кешеләрҙән ҡайҙан алынғанлығы асыҡ түгел ҡош-ҡорт продукцияһын, тере ҡоштарҙы һатып алмаҫҡа.

Ауыл хужалығы ҡош-ҡорто сирҙәренең ниндәйҙер клиник билдәһе асыҡланған осраҡта, шулай уҡ уларҙың ҡапыл ҡырылыуы теркәлгәндә, мотлаҡ ветеринария хеҙмәтенә, уның "ҡыҙыу телефон"ына (8-800-77-58-828) шылтыратығыҙ.

https://bash.rbsmi.ru

Читайте нас в