Улар иҫәбенә социаль хеҙмәттәргә, аҙыҡ-түлеккә, дарыуҙарға һәм дауаланыуға ташламалар инә. Был сараларҙың федераль һәм төбәк кимәлендә ҡаралыуы ихтимал.
Мөлкәткә һалым
Рәсәй пенсионерҙары торлаҡ йорт, фатир, бүлмә, гараж, машина урыны, берҙәм күсемһеҙ милек комплексы, ижади оҫтахана, ателье, студия, дәүләткә ҡарамаған музей, галерея, китапхана рәүешендә файҙаланылған бина, шәхси ярҙамсы хужалыҡ, дача хужалығы, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бирелгән ер участкаһында урынлашҡан йорт йәки торлаҡ ҡаралтыһы өсөн һалым түләмәй.
Шул уҡ ваҡытта ташламаны һәр төргә ҡараған бер объектҡа ғына алырға була, йәғни пенсионерҙың фатиры ла, йорто ла бар икән, уларҙың икеһенә лә һалым түләмәй, әгәр ике фатиры булһа, береһенә мотлаҡ һалым һалына.
Эшләп йөрөгән өлкәндәргә тағы ла бер льгота ҡаралған: мөлкәт һатып алыуға йәки төҙөүгә сығымдан ҡайтарма. Уны алыу өсөн ведомствоға ғариза яҙыу шарт.
Юл йөрөү
Йәмәғәт транспортында юл йөрөүгә ташламалар төрлө төбәктәрҙә төрлөсә. Был льготаны урындағы социаль яҡлау органында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында асыҡларға була. Пенсионер йәмәғәт транспортынан файҙаланмаһа, юл йөрөүгә ташлама урынына аҡсалата компенсация алырға хоҡуҡлы.
Адреслы социаль ярҙам
Адреслы социаль ярҙам хеҙмәттәре исемлеге һәм уларға эйә булғандарҙың критерийҙары, федераль власть органдары менән килешеп, һәр төбәк өсөн айырым билдәләнә.
Ярҙам аҡсалата, әйберләтә һәм аҙыҡ-түлек, үҙҙәрен хеҙмәтләндерә алмаған пенсионерҙарҙы социаль хеҙмәткәр менән тәьмин итеү рәүешендә һ.б. булыуы ихтимал.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Эшләмәгән өлкәндәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр һәм капиталь ремонт өсөн ташламалар бар. Уларға хоҡуҡты урындағы хакимиәттән йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталынан асыҡларға мөмкин.
Яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға телефон элемтәһе өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация һәм коллектив телевизион антеннаны файҙаланыуға 50 процент ташлама тейеш.
Протез ҡуйыуға льгота
Федераль кимәлдә бындай ташлама, кәмендә 20 йыл хеҙмәт итеп, йәше етеү, сәләмәтлеге буйынса йәки штат ҡыҫҡарыу сәбәпле эштән киткән йә иһә кәмендә 25 йыл хеҙмәт итеп, башҡа нигеҙҙәр буйынса эштән бушатылған хәрби пенсионерҙар өсөн ҡаралған.
Ошондай уҡ льготанан Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры статусы бирелгән пенсионерҙар файҙаланырға хоҡуҡлы. Хаҡлы ялдағы башҡа кешеләр төбәк льготаларына иҫәп тота ала.
Бушлай дарыуҙар һәм шифаханала дауаланыу
Һуғыш инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр, хәрби хәрәкәт ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәрби хеҙмәттә булған хәрбиҙәр, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгәндәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән кешеләр, һәләк булған (вафат булған) һуғыш инвалидтарының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының ғаилә ағзалары, инвалидтар дарыуҙарҙы бушлай алыуға хоҡуҡлы.
Ошо исемлеккә ингән пенсионер төп ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн шифаханала һәм курортта дауаланыуға юллама алыу, шулай уҡ ҡала яны тимер юл һәм ҡала-ара транспортында унда бушлай барып ҡайтыу мөмкинлегенә эйә. Был хеҙмәттәр – дарыуҙар, дауаланыу һәм дауаланырға барып ҡайтыу – социаль хеҙмәттәр пакетына берләштерелә. Пенсионер унан баш тартырға һәм пакетты аҡсалата түләү менән алмаштырыуҙы һорарға хоҡуҡлы.
Дарыуҙы алыу өсөн дауалаусы табип рецепт яҙырға тейеш. Шифаханала, курортта дауаланыуға ғариза яҙыу өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникалағы дауалаусы табиптан белешмә ҡағыҙы алып, уны шифахана-курортта дауаланыуға яҙылған ғаризаға теркәргә кәрәк. Социаль яҡлау органдары шифаханаға юллама биргәс, белешмә ҡағыҙын алған ойошманан шифахана-курорт картаһын алыу фарыз.
80 йәштән һуң пенсияны арттырыу
Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсия алыусыларға, 80 йәше тулғас, пенсияға теркәлгән түләү күләме 100 процентҡа арта.
70 йәштән өлкәндәргә ташламалар
70 йәшкә еткән пенсионерҙарға федераль кимәлдә махсус льготалар ҡаралмай. Ундай ташламалар төбәк ҡануниәте менән генә билдәләнеүе ихтимал.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төп льгота – капиталь ремонтҡа йыйылған иғәнәгә 50 процент ташлама биреү. Уға яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар хоҡуҡлы. Шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса кәмендә 50 процентлыҡ компенсация гарантиялана. Рәсәй төбәктәре компенсация күләмен арттырыуы ла ихтимал.
Транспорт өлкәһендә 70 йәштән өлкәндәр Рәсәй Федерацияһы субъекты законы менән раҫланған ташламаға эйә. Бындай льготаларға түбәндәгеләр инеүе мөмкин:
l маршрут таксиҙарынан һәм ябай таксиҙарҙан тыш, бөтә төр ҡала транспортында бушлай юл йөрөү;
l ҡала яны электричкаларында һәм автобустарында бушлай юл йөрөү;
l социаль таксиҙа льготалы юл йөрөү.
Шул уҡ ваҡытта 70 йәштән өлкәнерәк пенсионерҙар өсөн закон менән махсус һалым ташламалары ҡаралмаған.
Социаль тәьминәт
70 йәшен тултырған өлкәндәр араһында үҙаллы йөрөй, үҙҙәрен хеҙмәтләндерә алмағандар ҙа бар. Уларға дәүләт социаль тәьминәт сараларын гарантиялай. Ҡарттарҙы ҡарауға социаль хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителә. Пенсионерҙың уны ҡарарға тейешле туғандары булһа, социаль тәьминәт пенсия иҫәбенә тормошҡа ашырыла.