Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2020, 18:05

Почта аша алырға була

Быйылдан башлап эшләп йөрөгән граждандарға ауырыған ваҡытта түләнгән аҡсаны (больничный аҡсаларын) Рәсәй Почтаһының бүлексә- ләрендә алырға була.

Бының өсөн, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы менән бергә үҙеңдең почта адресыңды күрһәтеп, түләүҙәрҙе алыу өсөн эш биреүсе исеменә ғариза тапшырырға кәрәк. Аҡса почта бүлексәһенә килгәс, хеҙмәткәрҙең почта йәшнигенә

белдереү ҡағыҙы килтерелә. Аҡсаны паспортыңды йәки законлы вәкил ярҙамында раҫланған ышаныс ҡағыҙын күрһәтеп алырға мөмкин. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, хеҙмәт өсөн аҡса алыусынан комиссия тотолмай.

Ғәмәлдәге социаль страховка системаһы буйынса почтанан шулай уҡ ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ өсөн, йөклө ҡатындарға, баланы йәш ярымға тиклем баҡҡан өсөн пособиелар һәм производствола зыян күргән кешеләргә өҫтәмә отпуск өсөн аҡса алып була. Пособие түләүҙән баш тартыу өсөн нигеҙле сәбәптәр

булмаһа, аҡса ғаризаны һәм документтарҙы тапшырған көндән алып 10 көн эсендә күсерелә.

Читайте нас: