Документта никахтарҙың бары тик урындағы мөфтиҙең рөхсәте менән генә мөмкин булыуы билдәләп үтелә. Рәсәй мосолмандары Диниә назараты фекеренсә, ир белән ҡатын араһындағы никахтың ныҡлығы өсөн уртаҡ дини ҡиммәттәр кәрәк.
"Рәсәй Мосолмандары Диниә назараты ил территорияһында конфессия-ара никахтар рөхсәт ителмәгән һәм бары тик урындағы мөфтөй ҡарары буйынса ғына мөмкин, ул әлеге конкрет осраҡтың барлыҡ шарттарын ҡарай һәм иғтибарға ала", - тип билдәләп үтелә документта.
Шул уҡ ваҡытта, билдәләп үтелгәнсә, мосолман егете башҡа диндәге ҡыҙға, әгәр кәләше ислам динен ҡабул итһә, өйләнә ала. Бынан тыш, ҡыҙ шәриғәт ҡанундарын үтәргә әҙер булырға тейеш.
Фото: ural.ru
kiziltan.rbsmi.ru