Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2020, 13:16

Снюстан ағыуланған

Башҡортостанда 11 йәшлек малай реанимацияға эләккән.

Әлшәй район-ара тикшереү бүлеге “Ҡулланыусылар тормошо хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге талаптарына яуап бирмәй торған тауарҙар һатыу” матдәһе буйынса балиғ булмаған баланың ағыуланыу осрағы буйынса тикшереү үткәрә.
Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 12 ноябрҙә үҙ фатирынан Әлшәй районы үҙәк дауаханаһының реанимация бүлегенә сәйнәй торған үҫемлек ҡатнашмаһынан ағыуланыу билдәләре менән 11 йәшлек малай килтерелгән. Бәхеткә, бала иҫән ҡалған.
"Тикшереүселәргә баланың ата-әсәләренән, уның йәштәшләренән һәм башҡа шаһиттарҙан һорашырға, баланың йәшәү-көнкүреш шарттарын өйрәнергә, ҡулланылған матдә составын тикшерергә, үҫмерҙең ни рәүешле үҫемлек ҡатнашмаһын табуу юлын асыҡларга тура киләсәк. Тикшереү Һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк”, — тип хәбәр ителә ведомствола.
Иҫегезгә төшөрәбеҙ, балаларға кальян һәм снюс һатыу бөтә Рәсәй буйынса тыйылды.
Балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янамаһын өсөн ата-әсәләргә уяу булырға кәрәк.
Фото:tomsk.ru

https://rbsmi.ru

Читайте нас: