Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2020, 12:57

Йылғыр студентты уҡыуынан да ҡыуғандар

Өфө ҡалаһының Киров район суды Башҡортостан дәүләт медицина университетының элекке студентына “айырыуса ҙур күләмдә ришүәтселектә аралашлыҡ итеү” статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 2018 йылда медицина университеты студенты ике абитуриентҡа юғары уҡыу йортона бюджет нигеҙендә уҡырға инеүгә булышлыҡ итергә вәғәҙәләй. Ул университет уҡытыусыларына биреү өсөн ҡыҙҙарҙан 1,1 миллион һум аҡса һорай. Был аҡсаның 200 мең һумын үҙенә ала.

Абитуриенттар Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инмәгәнен белгәс, тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.

Судта 21 йәшлек ғәйепләнеүсе үҙенең хатаһын таныған. Уны уҡыу йортонан ҡыуалар. Суд элекке студентты өс йыл һынау ваҡыты биреп, шартлыса алты йылға иркенән мәхрүм итте.

Шулай итеп, еңел аҡса эшләү теләге был студент өсөн аяныслы тамамланды.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.

Читайте нас в