2025 йылға Рәсәйҙә эшкә урынлаштырылған инвалидтар ике мәртәбә артырға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Сильные идеи для нового времени» форумында шул турала һөйләне.
Дәүләт башлығы әйтеүенсә, бөгөнгә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең 25 процент самаһы эшләй.
«Инвалидтар араһында мәшғул кешеләр һанын ике тапҡыр арттырырға һәм 51 процентҡа еткерергә планлаштырабыҙ», — тип билдәләп үтте Путин.
Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин октябрҙә инвалидтарҙың мәшғүллек дәрәжәһен арттырыуға йүнәлтелгән 2021-24 йылдарға саралар планын раҫлаған ҡарарға ҡул ҡуйғайны.
Сығанаҡ:https://kiziltan.rbsmi.ru