Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноября 2020, 19:52
Табиптарға көсөргәнеш артҡандан-арта...
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 121 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 12 565-кә етте.
Һауыҡҡандар – 11 154 (һуңғы тәүлектә 44 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 69, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат. Уның хаҡында 1947 йылғы ир булыуы мәғлүм, Өфө ҡалаһынан. Йөрәктәге ишемия, 3-сө стадиялағы аорта атеросклерозы, эрозиялы гастрит кеүек сирҙәрҙән яфаланған.
Башҡортостан стационарҙарында – 317 (шул иҫәптән 32 кеше ауыр хәлдә, алтауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1025 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 553 903 тикшереү үткәрелгән, 1 503 086 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11362 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 389 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 375 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"