Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2020, 20:40

Ирекмән булырға теләгәндәр өсөн – онлайн-практикум

19 ноябрҙән йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың ирекмәнлек ресурс үҙәге ирекмәнлек буйынса онлайн-практикум ойоштора башлай.

Был уҡыуҙар 11 декабргә тиклем һәр кесаҙна һәм йома көндәрендә иртән үткәрелә, төбәктең алдынғы эксперттары, ирекмәнлек лидерҙары белемдәре һәм тәжрибәләре менән бүлешәсәк. Һәр онлайн-осрашыу аҙағынан һуң ҡатнашыусыларға викторина рәүешендә өйгә эш биреләсәк. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр ҙә көтә.

Теләүселәр ошо һылтанма буйынса https://events.webinar.ru/33522007/detimirru инә ала. Уҡыу иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Проекттың партнёры – «Балалар һәм донъя» хәйриә фонды. Онлайн-практикум «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проекты буйынса үткәрелә.

Читайте нас: