Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2020, 14:32

“Көрәшергә икән, еңгәнсе көрәшергә!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Торатау” конгресс-холында ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эш башлауы тураһында хәбәр ителгәйне инде.

Асылда был – бик ҙур колл-үҙәк, унда операторҙар, табиптар, медицина университеты уҡытыусылары ҡабул ителгән һорауҙарға яуап бирә, өйгә табип саҡыртырға йәки ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын юлларға ярҙам итә. Быларҙың барыһы ла бушлай эшләнә.

– Көрәшергә икән, еңгәнсе көрәшергә. Халыҡтың тынысланыуына, поликлиникаларҙың беҙҙең ярҙамһыҙ булдыра алыуына ышанғанға ҡәҙәр эшләйәсәкбеҙ. Беҙ был эште кешеләр тулыһынса һауыға, прививкалар һалына башлағас һәм антиесемдәр барлыҡҡа килгәс кенә тамамлай алырбыҙ, тип уйлайым. Был яҡынса апрель, май айҙары булыр, моғайын, – тине ситуация үҙәге кураторы, республикала билдәле һәм хөрмәтле табибә Римма Үтәшева.

Үҙәк иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бөтә республика өсөн бер телефон булдырылған: +7(347)218-19-19. Шылтыратыуҙың тарифы Өфө ҡалаһындағы ябай ҡала телефонындағыса.

Башинформ.

Читайте нас: