Шул уҡ ваҡытта 10 315 ғаилә тарҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән һөйөшөп ҡаушҡан йәрҙәр ни өсөндөр айырым юл һайлай. Был осраҡта балаларға иң ҡыйынылыр, моғайын, кескәй күңелдәрҙә уңалмаҫ яра ҡала, сабый яҙмышына кире йоғонто яһауы ла бар.
Киләсәктә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла. 1926 йылдан башлап ҡағыҙҙа яҙылған барлыҡ гражданлыҡ хәле акттары һанлы форматҡа күсерелә икән. Артабан ҡағыҙ бланкыларҙың ҡайһы бер төрҙәренән бөтөнләй баш тартырға йыйыналар. Ә шулай ҙа сарала тантаналыҡты һаҡлау өсөн никах теркәү тураһында ҡағыҙ таныҡлыҡты тапшырыу дауам итә.
Фото - zen.yandex.ru
Башинформ.