Заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән комплекс йыл һайын 100 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртеүгә иҫәпләнә. Ҡулайламаларҙың береһе органиканы иләктән үткәрә, икенсеһе ҙур ҡалдыҡтарҙы ваҡлай.
"Әле бинаның каркасы тулыһынса ҡоролған, пластик тәҙрәләр, ишек ҡуйылған, иҙән һалынған. Сортҡа айырыу линияһы өсөн каркас монтажларға әҙерләнәләр. Ҡорамалдарҙы иһә декабрь уртаһында ҡуя башларға ниәтләйҙәр", – тине “Экология Т” йәмғиәтенең матбуғат секретары Олеся Белоусова.
Яңы комплекс эш урындары булдырыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сарҙы кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Республика Хөкүмәтенең системалы ғәмәлдәре нигеҙендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә инфраструктура булдырыла. Был ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын төҙөү” федераль проектының һөҙөмтәлелек критерийҙарына тулыһынса яуап бирә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru