Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 21:00

Ер бүлеү уйын эш түгел

Муниципалитет етәкселәренә йыш ҡына дәүләт ерен бүлеү, ер һатыу буйынса эш итергә тура килә. Закон был йәһәттән ныҡ талапсан, әммә ҡатмарлы ла булып ҡала.

Бер аҙым яҙа баҫтыңмы, етәксене хатта енәйәт эше көтөүе ихтимал. Ә ул аҙымға белә тороп, байыу маҡсатында барҙыңмы, әллә уйламай эш иттеңме – уныһы инде башҡа мәсьәлә. Кушнаренко районы башлығы Руслан Ғиззәтуллин, мәҫәлән, муниципалитет ҡарамағындағы ерҙәрҙе һатыуҙа мутлашыуға юл ҡуйған.

Бер шәхси фирма, туристик база төҙөйбөҙ һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерәбеҙ, тигән һылтау менән арзан ғына хаҡҡа 145 гектар ерҙе үҙ ҡарамағына “эләктергән”. Әммә коммерция фирмаһы ҡуртымға алған был ерҙәрҙә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге алып бармаған, тик төҙөлөш өсөн итеп күргән. Ер майҙаны

ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә булған һәм ғәмәлдә бында бөтөнләй торлаҡ төҙөү ҡаралмаған. Тәфтиш комитеты етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Уның 7 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Ер мәсьәләһенә бәйле мутлашыуҙар бер беҙҙә генә түгел. Коррупцион енәйәттә күптән түгел Томск мэры Иван Кляйн да ғәйепләнде һәм ҡулға алынды. Ул иһә, киреһенсә, төҙөлөш өсөн ер бирмәгән. Йәнәһе лә чиновик, ҡатыны хужа булған һыра заводының мәнфәғәтен өҫтөн күреп, ерҙе сәнәғәт зонаһы итеп ҡалдырған, ә етәксе үҙе инфраструктураһы булмаған, экология насар урында бирергә хоҡуғым юҡ ине, тип аҡлана. Кем хаҡлы икәнен хәҙер тәфтишселәр асыҡлар. Ер мәсьәләһе булмаһа ла, Рәсәйҙә чиновниктар тарафынан ҙур күләмле мутлашыуҙар әленән-әле ҡабатланып тора. Иваново өлкәһенең элекке губернаторы, РФ Иҫәп палатаһы аудиторы Михаил Мень 700 миллион һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә, мәҫәлән. Тик ул үҙ ғәйебен танымай. “Күп ваҡыт үткән, бер нәмә лә хәтерләмәйем”, – ти. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә: мутлашҡан осраҡта Мень әфәндегә шулай ҙа күп нәмәне иҫенә төшөрөргә тура килер, моғайын.

Фото Интернеттан.

Читайте нас: