Быйыл ул «Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенә беҙҙең иғтибарға, йылы һүҙебеҙгә һәм күңел йылыбыҙға мохтаж булған өләсәйҙәр һәм олатайҙарҙы хәстәрләргә ярҙам итәйек» тигән девиз аҫтында үтә. Проекттың маҡсаты: балаларҙың шәфҡәтлелек хәрәкәтен тергеҙеү. Бында изге эштәр башҡарған, яҡындарына, мохтаждарға ярҙам иткән 3-тән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.
Проектта көсөңдө һынау өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
Хаттар ошо онлайн-һылтанма буйынса https://forms.gle/THW6zk4ZmZiEgkgi7 6 декабргә тиклем ҡабул ителә. Ҡыш бабай ҡушҡан эштәрҙе үтәгән иң әүҙем балалар электрон почта буйынса махсус грамота аласаҡ. Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/dedmorozufa алырға мөмкин.
Шулай уҡ «Ҡыш бабайға хат» балалар проектының рәсми төркөмөндә «Яңы йыл шау-шыуы» тигән онлайн-марафон үтәсәк. Илебеҙҙәге эпидемиологик хәлгә бәйле быйыл Шыршы байрамы үткәрелмәйәсәк.
https://yanshishma.rbsmi.ru