Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2020, 11:45

Лото уйнап, миллионер булған

Өфөлә йәшәгән Евгений өләсәһенә лотерея билеты һатып алып биргән.

Оло йәштәге өләсәһен ул йыш ҡына шулай ҡыуандырып тора, сөнки өләсәй ял көндәре махсус тапшырыуҙы ҡарап, кемдең күпме аҡса отҡанын күҙәтергә яратҡан һәм үҙе лә билеттар һатып алғылаған.

- Үҙемде хәтерләгәндән өләсәйем лото уйынына битараф түгел ине. Йыш ҡына ҡатнашып торҙо. Совет заманында төҫлө телевизор отҡаны лә әлегеләй хәтерҙә. Был юлы өләсәйем тапшырыуҙы ҡараған да, отошона ышанмай миңә шылтыратты. Билеттың һандарын Интернет селтәре аша тикшереп ҡарауымды һораны. Өләсәйемдең фатир отоуын белеп, үҙем дә шаҡ ҡаттым, - ти миллионер өләсәйҙең ейәне.

Миллионер-пенсионер иһә фатирҙан баш тартып, бүләкте аҡсалата алырға булған. Аҡсаның бер өлөшөн ул фатирында ремонт эшләүгә бүлеп, ҡалғанын балаларына һәм ейәндәренә өләшергә уйлай.

фото: kto-chto-gde.ru

Читайте нас: