Алынған гранулалар юғары талаптарға яуап бирә һәм экологиялы ПЭТ-төргөккә арта барған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәсәк. Юғары сифатлы продукция сығарыуҙа ҡиммәтле сеймалды ҡабатлап ҡулланыу полимер етештереүҙә энергия сығымын кәметеүгә, һауаға ағыулы газдар сығарыу күләмен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Проектты тормошҡа ашырғанда эшкәртелгән шешәләрҙең ярымфабрикаттары файҙаланыласаҡ.
Республика предприятиеларында бындай технологияларҙы ғәмәлгә индереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу” федераль проекты менән билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткесенә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: ecology.bashkortostan.ru