Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2020, 17:30

Стәрлетамаҡтағы завод биләмәһендә - шартлау

Кисә, 23 ноябрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Авангард" заводы биләмәһендә шартлау яңғырай.

Бәхетһеҙ осраҡта бер кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ике кеше тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Берәүһенең хәле үтә ауыр.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, технология процестарын боҙоу һөҙөмтәһендә заводта шартлау була һәм кеше ғүмерен өҙөүгә килтерә. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар.

Әле оператив-тәфтиш органдары был ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү алып бара, шулай уҡ тейешле органдар ҙа бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: inkazan.ru

Читайте нас: