Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2020, 23:15

"Йырсы шишмәләр" паркы - республикала иң яҡшыһы!

Бөгөнгө Бәләбәй районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан “Йырсы шишмәләр” паркын төҙөкләндереү барышын ҡараны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда был биләмәне төҙөкләндереү проекты Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Проектҡа ярашлы парк биләмәһен яңынан планлаштыралар, иҫке ҡорамалдарҙы алып ташлағандар, йәйәүлеләр өсөн юлдар һалғандар, террасалар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырылған. Парк янында бизнес өсөн күп функциялы коворкинг-үҙәк тә төҙөлгән.

Эштәрҙең дөйөм хаҡы 231,5 миллион һум тәшкил иткән, уның 85 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Ҡала быуаһы яры буйын капиталь ремонтлау өсөн өҫтәмә 113 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Башҡортостан Башлығы проектты тормошҡа ашырыуҙы бик юғары баһаланы һәм ул башҡа ҡала-ауылдар өсөн өлгө буласаҡ тине.

– Был йәмәғәт урыны шул тиклем матур булыр тип көтмәгәйнем дә. Әле был - республикала һыу буйындағы иң яҡшы заманса һәм күп функциялы парк, – тине Радий Хәбиров. – Бик матур биләмә, яҡшы проект. Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм муниципалитет етәкселегенә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтәм. Беҙ был тәжрибәне мотлаҡ рәүештә башҡа ҡалаларға ла таратасаҡбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Читайте нас: