Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2020, 12:49

Башҡортостанда ковидҡа шик булған пациентттарға көн һайын 110 эпидемиологик бригада сыға

Уларҙың яртыһынан аҙырағы – 25 бригада Өфөнө хеҙмәтләндерә. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, бер тәүлектә йоғошло сирҙәр бригадаларына 700-ҙән ашыу саҡырыуға сығырға тура килә. Уларҙың күпселеге Өфөлә – 415 осраҡ.

Министр шулай уҡ 23 ноябргә COVID-19 буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Һуңғы тәүлектә төбәктә коронавирус йоҡтороуҙың 130 осрағы асыҡланды. Шулай итеп, Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 318-гә етте.

394 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә, 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.

Әлеге көндә республикала йоғошло сир, шул иҫәптән дауахананан тыш пневмония менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 5 800 койка әҙерләнгән. Резерв 20% ашыу тәшкил итә. Шулай уҡ эшләү өсөн шәхси һаҡланыу саралары, дарыуҙар запасы кәмендә дүрт аҙнаға етерлек.

Башинформ.

Читайте нас: