Унда Башҡортостандың иң оҫта шеф-ашнаҡсыһын һайлайҙар. Был хаҡта республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр иттеләр.
Шеф-ашнаҡсылар чемпионаты туҡланыу индустрияһы өлкәһе белгестәре һөнәренең абруйын күтәреү, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәһен пропагандалау өсөн уҙғарыла.
«Өфө ресторандары һәм кафелары вәкилдәре иң оҫта ашнаҡсы исеме өсөн көрәшә. Улар һарыҡ итенән һәм айванан ашамлыҡ әҙерләү оҫталығында ярыша. Ризыҡты баһалағанда уның менән таныштырыу, композиция, заманса технологиялар иҫәпкә алына», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Финалда ҡатнашыусыларға «ҡара йәшниктәге» эште башҡарырға кәрәк. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр көтә.
Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабын ойоштороусылар – Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Хеҙмәт министрлығы булышлығында Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы.
Башинформ.