Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2020, 01:07

Коронавирусҡа ҡайҙа анализдар тапшырырға мөмкин?

Мәғлүм булыуынса, 16 ноябрҙә Өфөлә йәмғиәттәге хәлгә бәйле Ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй башланы. Ошо үҙәк белгестәре һеҙгә көнүҙәк мәғлүмәттәр тәҡдим итә.

Шулай итеп, әгәр ҙә һеҙҙә сир билдәһе юҡ, әммә белешмә талап ителә икән (мәҫәлән, пландағы операция яһау өсөн), коронавирусҡа полимераз сылбырлы реакция (ПЦР) анализын түбәндәге адрестар буйынса тапшырырға мөмкин:
  1. “Медиалаб”, 8 937 309-46-84, (347)262-73-77

    2. “Лорак”лаборатор диагностика үҙәге, 8(347) 244 55 50, (347) 244-55-60

    3. “МЕГИ” медицина үҙәге, 8 - 800-234-70-70

    4. “Лаборатория” тикшеренеү үҙәге, 8 (347) 200-81-71

    5. “Медицина тикшеренеүҙәр үҙәге”, 8 (347) 216-22-33

    6. “Медсервис” (Салауат ҡалаһы), 8- 800 250-32-90

    7. Башҡортостан буйынса Гигиена һәм эпидемиология үҙәге:

    Өфө (347)287-29-45

    Күмертау (34761)4-38-85

    Туймазы (34782)7-25-96

    Стәрлетамаҡ (3473)43-68-00

    Был хеҙмәттәрҙең барыһы ла түләүле! Хаҡын һәр медицина ойошмаһы үҙе билдәләй.
  2. Әгәр ҙә һеҙҙә сир билдәләре бар икән, йәшәү урынығыҙҙағы поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ: терапевт йүнәлтмә бирер. Дәүләт медицина ойошмаларында тест бушлай эшләнә. Тағы бер мөһим ғәмәл: анализға ебәреү-ебәрмәүҙе табип хәл итә. Әгәр кеше хәленә бәйле (мәҫәлән, инсульт, фалиж) йөрөй алмай йәки юғары температура менән өйҙә ята икән, анализдарҙы йортҡа килеп алыуҙары ла ихтимал.
    Тесты нисек дөрөҫ тапшырырға?
    Коронавирусҡа биоматериал танауҙан һәм йотҡолоҡтан алына, был процедура алдынан теш таҙартырға, тәмәке тартырға, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итергә ярамай, ике сәғәт алдан ашау ҙа тыйыла. Был тест һөҙөмтәһе дөрөҫ булһын өсөн бик мөһим.
    Фото: cdnimg.rg.ru
    Читайте нас: