Дим буйҙары
-4 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноября 2020, 06:42
Сүп-сар майҙансыҡтарын яңыртыу дауам итә
1-се эшмәкәрлек зонаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы Ҡыйғы районына күсмә пластик евроконтейнерҙарҙың 60 дана күләмендәге тәүге партияһын ебәрҙе.
Добавить в предпочтительные источники Google
– Яҡын арала заманса контейнерҙарҙы Ҡыйғы районындағы майҙансыҡтарҙа урынлаштырасаҡтар. Сүп-сар ташыу менән шөғөлләнгән “КамАЗ” маркалы машиналар евроконтейнерҙағы сүп-сарҙы күтәреп һалыу өсөн махсус ҡулайламалар менән йыһазландырылған, – тине предприятиеның матбуғат секретары Андрей Яматин.
Бынан тыш, төбәк операторы Благовещен һәм Кушнаренко райондарында контейнер паркын яңыртыуҙы планлаштыра. Был халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын төҙөү” федераль проектының һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
#нацпроекты
#региональныепроекты
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"